Бер ғүмергә ике яҙмыш
Бер ғүмергә ике яҙмыш (поэмамдың дауамы) Ябай ғына ғаилә мине Алып ҡарап үҫтерҙе. Күмеп һөйөү наҙҙарына Йәшәү өсөн көс бирҙе. Әтей мине күргәс тә үк Үбеп сөйгән бейеккә. Изге теләктәрен теләп Бишек элгән өрлөккә. "Бер - бөртөгөм"- тип иркәләп Ҡулымдан етәкләгән. Һис ҡасанда йөҙ емереп Ауыр һүҙҙәр әйтмәгән. "Үсле булма көслө бул"- тип Әтей мине өйрәтте. Төштәремә кереп ҡайсаҡ Тура юлдар күрһәтте. Әтейемдең амнаты Һаҡлай мине яңғыштан. Фәтихәһен биреп күктән Яҡлай әсе яҙмыштан. Әле иҫтә әйткән һүҙең Фәһемле кәңәштәрең. Онотмайҙар яҡындарың Һинең изге эштәрең. Әтейҙең иркә ҡыҙына Бала саҡтан әйләндем. Бигрәк иртә йәтим ҡалып Ауырлыҡҡа өйрәндем. Әтей ҡосағы йылыһын Татып та тоялманым. Һинең ғәзиз исемеңде Әйтеп тә туялманым. Сал төшһә лә сәстәремә Килә сабый булаһым. Әтей менән етәкләшеп Урамдарҙан уҙаһым. Үҫеп етеп үҙалланды Ул, ҡыҙҙарым бик күптән. Һөйөнәһең әтей беләм Беҙҙе күреп тик күктән. Нисә ейән - ейәнсәрҙең Өләсәһе мин бөгөн. Тик һин юҡһың арабыҙҙа Шуңа бошона күңел. Иртә киттең әтей, иртә Иллегә лә етмәнең. Минең үҫеп буй еткәнде Әллә ниңә көтмәнең. Тормош юлына баҫҡанда Кәрәк ине терәгең. Ике ҡанатлы булырға Мин дә бит бик теләнем. "Атайлы бала арҡалы" -Тигән әйтем хаҡлығын. Аңланым мин үҫә төшкәс Ныҡлы терәү юҡлығын. Иҫтә әтей башым тарап Сәстәремде үргәнең. "Бер - бөртөгөм генә"- тиеп Хәстәрләп йөрөгәнең. Иркәләнең әтей мине Саманан тыш артығын. Әҙер инең бирергә һин Йөрәгеңдең яртыһын. Эх шул саҡтар иҫкә төшөп Йөрәгемде әрнетә. Әйтегеҙсе бәхет өсөн Сабыйҙарға ни етә? Әтей - әней ҡосағына Килә бик һыйынаһым. Яҡты ғаилә усағында Тағын бер йылынаһым. Хушлашмайса киттең әтей Ашың ҡалды ашалмай. Күпме хыял маҡсаттарың Эшең ҡалды башланмай. Ҡосаҡлап һөйә алманың Минең балаларымды. Һине беҙҙән айырырға Ник яҙмыш ҡабаланды. Их был ғәмһеҙ бала сағым Шундай шаян вайымһыҙ. Яҙғы ҡояш кеүек наҙлы Бер болотһоҙ, ямғырһыҙ. Талғын ғына иҫкән елдәр Сәсемдән тарап үбә. Гөл -сәскәгә мул йәшлегем Көлтәләп нурын һибә. Сағыу миҙгелдәр биҙәген Бүләк итте яҙмышым. Көтә мине башланмаған Йәй көҙҙәрем, яҙ ҡышым. Күңелемдә яҙ ҡояшы Офоғом ал шәфәҡле. Ҡәнәғәтмен яҙмышыма Өйөп бирҙең бәхетте. Яҡты сағыу йәшлегемде Тағын иҫкә төшөрҙөм Бөгөнгеләй өр - яңынан Яңы хистәр кисерҙем. Моңло гармун көйҙәренә Уйнап бейеп йырларға. Сыға инек йәштәр менән Йыйылышып урамға. Һиҙелмәйҙә ҡала ине Һыҙлып таңдыр атҡаны. Хәтеремдә ипләп кенә Таңда тәҙрә ҡаҡҡаным. Ҡаршы ала әнейемдең Борсоу баҫҡан йөҙҙәре Ишетелә кеүек әле Шелтә ҡатыш һүҙҙәре. Тәҙерәнән күҙен алмай Әней йонсоп бөткәндер. Төн йоҡоларын йоҡламай "Ҡайтыр"- тиеп көткәндер. Дыуамаллыҡ, юләрлекме Аңламаным шул саҡта. Ниңә генә уйламаным Әнейем һинең хаҡта?!? Һинең хәлде, әней бәғрем Бөгөн мин дә кисерҙем. Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп Дүрт баламды үҫтерҙем. Көйәләндем үҙ - үҙемә Йәнемә урын тапмай Сәғәт һайын үртәләндем "Ник балам һаман ҡайтмай"?? Утҡа баҫҡан бесәй кеүек Сабыулап та йүгөрҙөм. Бәйенән ысҡынған эттәй Лауылдап та мин өрҙөм. "Ялғыш юлға баҫма балам" - тиеп гел дә киҫәттем. "Яман дуҫҡа юлыҡма"- тип Торҙом көн дә иҫкәртеп. Аңланым мин әнейемдең Нисек өҙгәләнгәнен. Һуңғы тамсы сабырлығын Йыйып нисек түҙгәнен. Әнейҙәр иҫән сағында Донъябыҙ ҙа түңәрәк. Ағарһа ла сәстәребеҙ Әнейҙәр беҙгә кәрәк. Һуң булһа ла күккә бағып Әней ғәфү һорайым. Барып еткәндер бит тием Әней һиңә ораным? Иҫән саҡта белеү кәрәк Әнейҙең ҡәҙерҙәрен. Рәнйетмәйек әнейҙәрҙе Өҙгөләп бәғерҙәрен. Оҙатҡанда оло юлға Ҡөръән алып ҡулына. Бәхет теләп доға ҡыла Ғәзиз ҡыҙы, улына. Әней уҡыған доғалар Тура юлға сығара. Өйрәтә ул был тормошта Ауырлыҡҡа сыҙарға. Һағындыра бала сағым Иҫкә төшә үткәндәр. Күҙ алдына пәйҙә була Ерҙән күккә киткәндәр. Иҫкә төшә бер вайымһыҙ Бәхетле бала сағым. Ҡайтһаң ине бер миҙгелгә Шул саҡҡа кире тағын. Башлар булһам берәр эшем Иҫкә алам, кәңәшең. Күҙ алдымда әней йөҙөң Иҫтә әйткән һәр һүҙең. Минең өсөн йән атҡаның Иркәләп уятҡаның. Ишетәм әней тауышың Тоям йылы һулышың. Уят әней элеккеләй "Тор ҡыҙым"- тип иркәләп. Яңы бешкән икмәк менән Эсәрбеҙ сәй икәүләп.