Үткәндәр хәтирәһе
Үткәндәр хәтирәһе Баймырҙина Римма Яҙмыш елдәре ҡайыра Йылдарым тәлгәштәрен. Самалы ғүмер айыра Туғандан, ҡәрҙәштәрҙән. Кеше китә, эҙе ҡала Хәтирәләр...иҫтәлек. Моңло йырҙай оҙаҡ сыңлай Мәңгелеккә иҫләрлек. Киләбеҙ ҙә, китәбеҙ шул Тормош шулай ҡоролған. Тыуғас та уҡ маңлайҙарға Тәҡдир яҙып ҡуйылған. Ҡаршы тороп булмай икән Был тормош талабына. Килеп китеүҙәр бирелгәс Әҙәмдең балаһына. Иҫкә төшә бала сағым Һыу сәсрәтеп йөҙөүҙәр. Итәк менән бата -сума Балыҡ һөҙөп йөрөүҙәр. Күңелемдә онотолмаҫ, Ҡалды матур миҙгелдәр. Йыл артынан йылдар сабып Үтә икән ғүмерҙәр. Ҡайҙа ҡалды бала сағым, Төнгә саҡлы йөрөүҙәр. Әнейемдән ҡурҡа - өркә, Таңда өйгә инеүҙәр. Бәбкә һаҡлап ятҡан ялан Әкиәттәй болондар. Ҡыҙарып бешкән еләктәрең Тәлгәш - тәлгәш муйылдар. Йәйге ырҙын табағында Төнгө эшкә сығыуҙар. Ә көндөҙөн яландарҙа Йырлап бесән сабыуҙар. Йәшлек йырын йырлап уҙған Беҙҙең шаулы урамдар. Шартлап торған һалҡындары Күҙ асҡыһыҙ бурандар. Урам тулы бала - саға Сана - саңғыла шыуҙыҡ. Һыу буйында рәхәтләнеп Керҙәрен дә беҙ йыуҙыҡ. Ҡалды инде бик һағынып Иҫкә алып һөйләрлек. Бала саҡтың мажараһы Эсең ҡатып көләрлек. Бер саҡ ҡына була икән Эй шаян да шуҡ саҡтар. Ҡайтһын ине бер миҙгелгә Бер вайымһыҙ шул саҡтар. Ҡайырһа ла яҙмыш еле Йылдарым тәлгәштәрен. "Ҡартайҙым" тип һис ҡайғырып, Түкмәйем күҙ йәштәрем.