Ғүмер бит ул- поезд кеүек
Ғүмер бит ул- поезд кеүек Баймырҙина Римма Ғүмер бит ул - поезд кеүек Етеҙ елдәй елдерә. Туҡталышта кемдер төшә, Кемдер менеп өлгөрә. Поезд юлы - ғүмер юлы, Далалар иркенлеге. Аңлайбыҙ ғүмер дауамы, Балалар икәнлеген. Төрлө кеше юлдаш була, Бер вагонда барғанда. Үҙ урынын бар биргәне, Хәл бөтөп арығанда. Бер поезда төрлө кеше- Билетле, билетһеҙе. Оят тигәнде белмәгән Ҡәбәхәте, битһеҙе. Ниндәй билетте ҡулыңа Эләктерә алаһың. Йә, уңаһың, Йә, туңаһың, Йә, урынһыҙ ҡалаһың. Уйылып ҡалған хәтерҙә, Эй ҡыҙыҡ бер тамаша. Бер урынға ике кеше, Пыр туҙышып, талаша: -Ошо йылы урын өсөн, Атам хаҡын түләне! Күкрәк һуға: -Кәрәк булһа, Һатып ала түрәне!. Кемдер килә сабыр ғына, Һыңар аяҡта баҫып. Кемдер ҡараңғы мөйөштә, Ҡуян һымаҡ та боҫоп. Беҙгә саҡлы был вагондар, Бер тулған, бер бушаған. Беҙҙең ғүмер шул поездың Вагонына оҡшаған. Ғүмер поезд борма юлдан Саба ла, саба алға. Туҡталышта ҡаршы ала Оҙата һуңғы юлға.