Эх, был күңел хистәре!
Эх, был күңел хистәре! Баймырҙина Римма Ҡайһы ваҡыт тиккә - юҡҡа Кәйефебеҙ боҙола. Көҙҙөң илаҡ ямғырылай, Көн буйына һуҙыла. Әйтерһең дә беҙҙең күңел, Йылдарҙың дүрт фасылы. Болот ҡаплап торғандан һуң, Салт аяҙ көн асыла. Ҡайһы ваҡыт һалҡын була, Дулай буран, ҡарҙары. Яҙғы ташҡындай урғылып, Йыуа күңел ярҙарын. Сәскә ата йәмле йәйҙә Бөркөлә хуш еҫтәре. Төрлө һүрәткә әйләнә Эх, был күңел хистәре!
58 просмотров