*"Ижад шишмәһе"*
*"Ижад шишмәһе"* ✍️✍️✍️✍️✍️✍️ *Һәр көндә йәшәү көсө* Аға ваҡыт даръялары Йыһан тигән дәүмәлдә. Эй, йүгәнһеҙ хыял - уйым, Сабыр итсе бер мәлгә. Йәйҙәр үтә, көҙҙәр етә Һәр миҙгелдең үҙ йәме. Ҡар һыуҙары менән тула, Ҡырҙар, йылға үҙәне. Һәр миҙгелдең үҙ биҙәге, Йәшлектең йәшел төҫө. Өҫтән бирелгән бүләгем, Һәр көндә йәшәү көсө. Һары төҫлө һағышы бар Һағындыра, һарғайта. Ҡыш аҡлығы сәстәремә Ынйы һибеп ағарта. Ҡартлыҡтың да шатлығы бар, Мул уңышлы көҙөндә. Йәшәү йәмен, ғәмен өҫтәй Яҙ һулышы күңелгә. Ваҡыт даръялары ҡаға, Ғүмерем ярҙарына. Яҙғы ташҡындай күңелем Үрелә яҙҙарыңа. *Римма Баймырҙина*