Илһам аға күктәрҙән
Илһам аға күктәрҙән Баймырҙина Римма Яҡты йондоҙҙарҙан ҡеүәт алам Ҡараңғыла юлдар ярырға. Таң нурына манам ҡәләмемде Матур - матур йырҙар яҙырға. Ай нурҙары үпкән ысыҡтарҙың Йыйып алып иң - иң сафтарын. Бәхет шатлыҡ, һөйөүемде ҡушып Бүләк итәм һеҙгә дуҫтарым. Тулған айға ҡарап моңайғанда Илһам аға миңә күктәрҙән. Бала сағым, шаулы йәшлегемдән Сәләм килә алыҫ үткәндән. Шуңа күрә ахры хыялыймын Хистәр даръяһында йөҙәмен. Зәңгәр күктең төн фәрҙәһе менән Бәхет йондоҙҙарын һөҙәмен Шиғыр юлдарына теҙәмен.