Рәхмәтлемен тәбиғәткә
Рәхмәтлемен тәбиғәткә Баймырҙина Римма Тыуған яҡтан йәшәү көсө алһам Шишмәләрҙән алам мин илһам. Һулап ҡына туймаҫ һауаһынан Йән - тәнемә алам дауаһын. Болоттарға ашҡан мәғрүр тауҙар Көс ҡеүәттәр өҫтәй бөйөклөк. Киң Йыһанды байҡап осҡан ҡоштай Күңелемдә тоям иреклек. Тын күлдәрҙә йөҙгән аҡҡоштарҙың Һөйөүендә тойһам тоғролоҡ. Мәғрүр тауҙар, текә ҡаяларҙан Рух ныҡлығы алам ғорурлыҡ. Сәскәләрҙән таҡыялар үрәм Манып алам йәйғор төҫөнә. Хозур тәбиғәткә рәхмәтлемен Илһам биргән өсөн хисемә.