Мәктәп йылдары
Мәктәп йылдары Баймырҙина Римма Еҙ ҡыңғырау саҡыра белем иленә Нисәмә йылдар ылыҡтырып үҙенә. Ҡыңғырау тауышы моңло бер йыр булып Күңел түрҙәренән ағыла урғылып. Белем алыу, энә менән ҡойо ҡаҙыу Иҫәп - хисап, ҡушыу - алыу, Яҙып - һыҙыу. Косинустар, һәм дә тағын синустары Бүлеү - ҡабатлау, плюс һәм минустары. Мәктәп беҙҙе - әҙәп - тәртипкә өйрәтә Һөнәр үҙләштерергә юлдар күрһәтә. Белем шишмәһенең һыуын эсерә Әйтерһең дә диңгеҙ даръяһына төшөрә. Телебеҙ тирәнлеген, рухи байлығын Тыуып үҫкән еребеҙҙең матурлығын Халҡым үткәне, билгеле шәхестәрен Аңларға өйрәтә тарих дәрестәре. Алфавиттың "А" хәрефенән башлайбыҙ "Я" хәрефендә китап битен ҡаплайбыҙ. Белем иленән аҡыл зиһенен туплап Ғүмер юлдарын үтәбеҙ ғорур атлап.