Көҙгө нағыш
Көҙгө нағыш Баймырҙина Римма Һағыштарым , ялғыштарым менән Ғүмер һуҡмағынан атлайым. Хәтирәләр – күңел ынйыларым Алтын хазиналай һаҡлайым. Биләй бөгөн күңел сөңгөлдәрен Был миҙгелгә генә хас һағыш, Ауаз һала кеүек тәбиғәтем, "Танһыҡ ҡына миҙгел – бер һулыш". Һалҡын елдәр иҫкәс, көҙҙәр еткәс, Ҡойолалар һуңғы япраҡтар. Ҡыҙғылт һары япраҡ һуҡмаҡтарын, Ҡаплар инде, ҡаплар аҡ ҡарҙар. Әсе елдәр, ыжғыр бурандары Күмдерһә лә беҙҙең юлдарҙы, Һүндермәһен өмөт сатҡыларын, Кәметмәһен йәшәр йылдарҙы. Ел осорған япраҡтарға ҡарап Һағыш биләй күңел сөңгөлөн. Көҙҙәр етеү, ғүмер бөтөү түгел, Көҙгө нағыш биҙәй күк йөҙөн.