Изге урын
Изге урын Баймырҙина Римма Әнейемдең бер вайымһыҙ Балалыҡ саҡтарына, Фарсат сығып юлдар тоттом Нарыҫтау яҡтарына. "Дим буйҙары һары сәскә" Тиеп әней йырланың. Уйың менән һин һағынып Дим буйҙарын буйланың. Ете быуын ырыуымдың Тамырҙары береккән. Ғәзиздәрҙән - ғәзизерәк Тыуып - үҫкән ер икән. Изге ерҙә сәхәбәләр Тапҡан һуңғы төйәген. Нарыҫтау үҙ ҡуйынында Һаҡлай улар һөйәген. Һыуыҡта ла туңмай торған "Ғәли" шишмәһе аға. "Бисмиллаһ" тип һыуын эсеп Йән - тәнеңә ал дауа.
131 просмотров