Яҡты өмөт алға әйҙәй
Яҡты өмөт алға әйҙәй Баймырҙина Римма Ниңә икән бөгөн шулай Үҙ - үҙемә. Күңелкәйем йәм табалмай Өҙгөләнә. Болот ҡаплап алғанғамы, Күгем түрен. Иламһырап ҡына тора Күңел бөгөн. Әллә инде көҙгө ямғыр Күшектерә. Йылы етмәй йәнкәйемә, Өшөттөрә. Был тормоштоң туҡмаҡтары, Йыға - һуға. Һынмаҫ өсөн йәбешәмен Яғаһына. Тик шулай ҙа мин йәшәүҙән, Төңөлмәнем. Яҡты хыял - өмөттәрем, Өҙөлмәһен. Буй етмәҫлек үрҙәргә лә, Үрелмәйем. Шәм сырағым ғына һүнеп Һүрелмәһен. Яҡты хыял өмөт менән, Уянамын. Яңы тыуған көндө күреп, Ҡыуанамын.