Ҡабатлана тарих
Ҡабатлана тарих Баймырҙина Римма Күпме ҡанлы тарих шаңдауҙары Ишетелгән алыҫ дәүерҙән. Ата - бабаларҙың аманаты Затлы бишектәрҙә бәүелгән. Илерткес тә бәхет шатлыҡтарын, Кешеләрең ерҙә кисергән. Әрем әсеһеләй үтле ғазап Һурпаларын әҙме эсергән. Селпәрәмә килгән хыялдарҙа, Күпме үтәлмәгән ынтылыш. Яуланмаған үрҙәр, бейеклектәр Аяуһыҙ ҙа инде был тормош. Тыумай ҡалған тыуыр йәндәр илай, Атайһыҙ ҙа ҡалған балалар. Һыҡтай ӘСӘ, һыҡтай тол ҡатындар Әрнеп һыҙлай һаман яралар. Бына тағын тарих ҡабатлана Шаңдау булып алыҫ - алыҫтан. Ғазап уты телә бәғерҙәрҙе Юғалтыуҙар һалған һағыштан.