Яндарыңда килде ҡалаһым
Яндарыңда килде ҡалаһым Туҡталышта бөгөн һине күрҙем, Ҡайтып килә инем өйөмә. Көтмәгәндә яҡын, таныш тауыш Йәлип итте мине үҙенә. Элеккеләй шундай йомшаҡ итеп, Исемемде әйтеп өндәштең. Иҫ - аҡылым китеп тәү күргәндәй, Күҙҙәреңә ҡарап һөйләштем. Шул уҡ ҡараш, наҙлы йылмайыуың Үҙгәрмәгән хатта тамсы ла. Үткәндәрҙең хата-яңғыштары Һиҙәм, күңелеңде ҡамсылай. Тәрән йыйырсыҡтан сыбарланған, Ҡырыҫланған алсаҡ йөҙҙәрең. Тәү күреүҙә мине ғашиҡ иткән, Сихырлаған ҡара күҙҙәрең. Туҡталышта бөгөн һине күреп Яндарыңда килде ҡалаһым. Үкенестәр һәм дә көрһөнөүҙәр Яңырта шул йөрәк яраһын. *Римма Баймырҙина*