Загружаем публикацию…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Яҙмыш һыҙған тормош юлдары Алһыуланып көн дә таңдар ата Ҡояш бата офоҡ артына. Һынамаҡҡа ғына Хоҙай биргән, Ғүмерҙәрҙе әҙәм затына. Беҙ йәшәгән ғүмер - үҙе дәүер, Солғап алған ике быуатты. Нисә быуын, нәҫел ырыуымды Ҡаршы алды һәм дә оҙатты. Кеше ошо йәшәү дәүерендә Күпме бәхет - шатлыҡ кисергән. Янып - көйгән һағыш ялҡынында, Хәсрәт даръялары киселгән. Йөҙ йыллыҡты үҙ эсенә алған Төрлө - төрлө кеше яҙмышы. Ҡауышыуҙар һәм дә юғалтыуҙар Аҡ бәхете, һары һағышы.... Ярын йыуып күпме һыуҙар аҡҡан, Ғүмер йылдар - йылға ағышы. Быуаттарҙы бәйләп быуаттарға Йәшәйештең алға барышы. Күк сөңгөлө йәнә алһыулана Байып барған ҡояш нурынан. Үтәйексе берүк үкенмәйсә Яҙмыш һыҙған тормош юлынан. *Римма Баймырҙина*
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.