Был донъяның серле мәсъәләһе
Был донъяның серле мәсъәләһе Баймырҙина Римма Был донъяның серле мәсъәләһен Аңламайбыҙ һаман асылын. Ҡаршылашҡас Раббым талабына Яза биреп ала асыуын. Милләт араһында талаш - һуғыш, Бушағанмы дәүләт ҡаҙнаһы? Шартлау, атыш һәм дә ҡан ҡойоштар Һуҙылырмы михнәт ҡазаһы. Донъяларҙың шулай буталыуы Түгелме һуң ҡылған ғәмәлдән? Ғәфү итмәҫ Раббым был ләғнәтте Инҡар итмәҫ Йыһан әҙәмде.. Ахры заман етеп килгән саҡта "Дин көсәйер" тигән хәҙистәр. Тәбиғәттең ғәрәсәтен күреп Әүлиәләр бирә дәрестәр. Тормош йәме, ризыҡ тәме бөтһә Ахры заман килеп етәсәк. Ата улды, әсә ҡыҙҙы белмәй Алда беҙҙе ниҙәр көтәсәк. Етте инде оҙаҡ көттөрмәне Йәшәйбеҙ бит шундай заманда. Фажиғә артынан фажиғәләр Ышанаһы килмәй һаманда. Ҡайтһын өсөн донъя именлеге Әйләнмәһен өсөн мәхшәргә. Тайпылмайса иман юлдарынан Изгелектәр кәрәк эшләргә. Был донъяның серле мәсъәләһен Килеп етте ваҡыт сисәргә. Донъя ғәмен, йәмен ебәрмәйсә Кәрәк беҙгә татыу йәшәргә.