Ваҡыт ҡәҙере
Ваҡыт ҡәҙере Баймырҙина Римма Оҙон, ҡыҫҡа был ваҡыттың, Күләме, берәмеге Алтындан да ҡиммәт итеп Күрәбеҙ, беләбеҙме? Ваҡыт бит ул ҡай сағында Көттөрөп зарыҡтыра. Танһыҡ ҡына тойола ла Барыһын оноттора. Юҡ - барын юйып хәтерҙән Иң ҡәҙерлеһен һаҡлай. Юлдарыңда юлдаш булып Гелән эргәңдән атлай. Хаҡ Тәғәлә тарафынан Кеше ергә ярала. Йылы, айы, көн сәғәте Тәҡъдиреңә яҙыла. Йәшәү осоро туҡталыр Билдәләнгән ваҡытта. Ғүмер сәғәтең һуҡмаһа Йәшәп булмай минутта. Килеү булғас, китеү була Самалы ғүмеребеҙ. Ваҡытлыса барыһы ла Заманы, дәүеребеҙ. Яңы тыуған һәр көнөбөҙ Шаһит, ҡылған ғәмәлгә. "Ваҡыт бушҡа үтмәйме" тип Уйланайыҡ бер мәлгә. Һәр кешенең үҙ яҙмышы Үҙ юлын үҙе һала. Һағынып иҫкә алырлыҡ Китһә лә эҙе ҡала. Сәғәт минут, көндәр, төндәр Айҙар йылға урала. Күҙ күрмәгән алыҫлыҡҡа Быуаттарға юл ала. Кешенең фани ғүмере Бары бер миҙгел генә. Ғәләм өсөн икһеҙ - сикһеҙ Беҙҙең өсөн әҙ генә.