Йәшәү сығанағы
Йәшәү сығанағы Баймырҙина Римма Ер - Әсәнән әҙәм яратылған Ер - Әсәнән ҡеүәт алабыҙ. Тәбиғәткә һаҡсыл, ихтирамлы Булһын ине әҙәм балаһы. Йәшәйештең мөһим сығанағы Ер менән ут, һыу һәм һауабыҙ. Ҡөҙрәтеңә рәхмәт тәбиғәтем Йәшәү көсөн һинән алабыҙ. Тәбиғәт ул беҙҙең байлығыбыҙ Йәшәү сығанағы кешенең. Һинең йәмең, һинең мәңгелегең Намыҫында һәр бер кешенең. Тәбиғәтем серле, мөғжизәле Һин бит сихри көскә эйәһең. Әҙәм балаһына йәшәү көсөн Тамсыһына саҡлы бирәһең. Күк йөҙөндә нурлы ҡояшыбыҙ Йәшәү сығанағы - яҡтылыҡ. Миһырбанлы булһын ине әҙәм Изгелектән ҡороп яҡшылыҡ. Төн шаршауы төшһә ҡараңғылап Көмөш айың тиҙ(е)рәк эләһең. Тәңкә - тәңкә ысыҡ тамсыларын Таң алдынан ергә һибәһең. Мәғрүр ҡая - тауҙар, йылға күлдәрең Туйындыра бөтөн әҙәмде. Һаҡлайбыҙмы күркәм хозурлыҡты?! Уйлан бәндәм, ас һин күҙеңде. Йылға булып күҙ йәштәре аға Ер - Әсәбеҙ илай һыҙланып. Ҡиблаларҙан иҫкән таң елдәре Күҙ йәштәрен һөртә наҙланып. Тәбиғәтем көслө һәм ғәйрәтле Ҡаршы тороп булмай көсөңә. Ғәрәсәттәр ҡайсаҡ ҡуптарғылап Һалаһың шул зыян кешеңә. Эҫе ҡоролоҡтан яфалайһың Көйҙөрәһең ҡара яндырып. Һыу аҫтында ҡайсаҡ ҡалдыраһың. Боҙло ямғырҙарың яуҙырып. Ер - Әсәнән әҙәм яратылған Ер - Әсәнән ҡеүәт алабыҙ. Тәбиғәткә һаҡсыл, ихтирамлы Булһын ине әҙәм балаһы