Пенсиә артып ҡайтты
Пенсиә артып ҡайтты Пенсиәне алабыҙ ҙа Момент ашап бөтәбеҙ. Тағын бер ай өмөтләнеп "Артыр"- тиеп көтәбеҙ. Свете, газы һыуына Пенсиә етмәй ҡала. Рәхәт йәшәйҙәр ауылда Нимәгә кәрәк ҡала? Ҡала фатирҙарын һатып, Әллә ауылға ҡайтып "Йәшәргәме"- тип уйлайым Диванға ҡырын ятып. Ауылда бит хәҙер йәтеш Бөтөн нимәң дә етеш. Күкәйе лә бушлай килә Яҙҙан алһаң ун себеш. Кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә Баҡсаңда уңып үҫһә, Ҡапсыҡ - ҡапсыҡ бәрәңгеһе Ҡалыная бит кеҫә. Әҙ - мәҙ генә түләнһә лә Утҡа, һыуға, газына, Ҡыш сығарлыҡ запасың да Төшөп ята баҙыңа. Ҡаланан ауылға күсеп Табырмын микән кәсеп? "Һис тә астан үлмәҫмен"- тим Бәрәңге, кишер сәсеп. Ҡыш бауыры оҙон булһа? Кранда һыуҙар туңһа? Ишек алды, ихатаға Ҡар буран килеп тулһа? Ауылда ла йәшәүҙәре Еңел түгел шул, ай - һай. Ваҡ - төйәк эшең эшләргә Булмаһа әгәр бабай. Нисек тә тартып һуҙырмын "Ауыҙ асма, ауыр"- тип. Йәшәй бирәм шул ҡаламда Кәрәкмәй миңә ауыл. Юрғанға ҡарап аяҡты Тырышырмын һуҙырға. Супер маркет тирәһенән Урабыраҡ уҙырға. Хыялланып ята торғас Бына инде таң атты. Кисектерәм ниәтемде Пенсиә артып ҡайтты. Баймырҙина Римма