Һалдат яҙмышы
Һалдат яҙмышы (поэма) Баймырҙина Римма *** Көн һүрелә. Киске шәфәҡ нуры Күл өҫтөнә төшә емелдәп. Көтмәгәндә шул тынлыҡты боҙоп Осоп үтте ҡоҙғон ем эҙләп. Уйға ҡалды Шәһит, күккә бағып: "Ниңә һуң был ҡоҙғон ҡаныҡты"? " Балам бергенәм," тип тыуған яҡта Әсә йөрәккәйе ҡан һыҡты. 41 се йылдың йәйе ине Яуыз гитлер һуғыш асҡанда. Ҡорал алды Шәһит ҡулдарына Ун һигеҙгә яңы баҫҡанда. Ил яҙмышы бөгөн, ир өҫтөндә Боғаҙҙарҙы быуа, һулышты. Тыныс ҡына тормош көткән саҡта Яуыз гитлер асты һуғышты. Ҡаһармандар китә ҡанлы яуға Илде һаҡлау ирҙәр бурысы. Күккә баға әсә ярҙам һорап "Ҡағылмаһын, үлем һулышы". Ут эсенә керә ир - егеттәр Именлеге өсөн илемдең. Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтһалар Һағыштары һыныр күңелдең. Һөлөк кеүек йәп - йәш егеттәрҙең Ғүмерҙәре күпме өҙөлә. Меҫкен әсәләрҙең күҙҙәренән Йылға булып йәше түгелә. Ҡайғы - хәсрәт һалды әҙәмдәргә Ҡәһәрле лә һуғыш ғазабы. Сабырлыҡтар бирсе Раббым Аллам Хәйерлегә булһын аҙағы. Ауыл халҡы берҙәй күтәрелде Оҙатырға ғәзиз улдарын. Күҙ йәштәрен түгеп, доға ҡыла Ҡиблаларға һуҙып ҡулдарын. Хызыр Ильяс юлдаш булыр тиеп Фәрештәләр һаҡлар уларҙы. Әсә доғалары алып ҡалыр Еңеү яулап ҡайтыр улдарҙы. *** Шәфәҡ нуры киске офоҡтарҙа Ҡоштар һайрай яҡын тирәлә. Сатыр ҡороп Шәһит йондоҙҙарҙан, Һөйөү бишегендә тибрәлә. Бары уйҙа ғына ҡайта ала Тыуған яҡҡа, һөйгән йәренә. "Түҙ йөрәгем, зинһар тыпырсынма Һыҙламасы йәнем, әрнемә". Терегөмөш кеүек Һәләүектең Ишетәһе килә шаулауын. "Эсһәм һыуын тын да алмайынса Баҫылырмы икән сарсауым"? Таң алдынан Шәһит серем итте Тыуған яҡҡа ҡайтты төшөндә. Гөльсирәһе илап оҙатҡаны Бөгөнгөләй әле иҫендә. Тып - тыныс төн. Аяҙ күк көмбәҙе Ишетелмәй ерҙә атыштар. Тыуған яҡтың таныш баҫыуҙары Тулҡынлана елдә арыштар. Оло ялан бесән сабынлығы Үлән еҫе, салғы сыңлауы. Эй рәхәт тә болоттарға ҡарап Һандуғастар йырын тыңлауы. Ҡайҙа аға, ҡайҙа ашығалар Шәмәхә лә күкһел болоттар. Упҡын ята ике араларҙа Һинһеҙ үтә сәғәт минуттар. Уҡыу тамамланған һуңғы көндә Аҡ хыялдар ҡороп йөрөлдө. Һыу буйында усаҡ яғып йәштәр Парланышып бейеп өй(ө)рөлдө. Аяуһыҙҙа тормош талабына Буламы һуң ҡаршы торорға. Ошо кистә улар хыялланды Бергә парлы тормош ҡорорға. Эх был яҙмыш, ниңә мәрхәмәтһеҙ Ҡаршы тороп булмай шартына. Зар илатып өҙә ғүмерҙәрҙе Ҡарап тормай йәше - ҡартына. Дауамы бар