Ваҡыт бушҡа уҙмаһын
Ваҡыт бушҡа уҙмаһын Баймырҙина Римма "Туҡта әле, ғүмер, ашыҡма" тип Ҡысҡыраһы килә ҡай ваҡыт. Ваҡыт ҡомдо ташҡа, ташты ҡомға Әйләндерә икән зыр ватып. Ваҡыттың иң нескә берәмеге Секунд, минуттарҙы уҙҙыра. Ә минуты әйләнеп сәғәткә Өр - яңынан тәүлек тыуҙыра. Саптар аттай сабып ваҡыт уҙа Ҡиммәтерәк ваҡыт алтындан. Бәйләр ялы, шәйләр яйы ла юҡ Ҡыуып етеп булмай артынан. Йүгән һалыр инем сабып барған "Ваҡыт" тигән ярһыу был атҡа. Йылдар ҡатламына йылдар ятып Әйләнә лә ҡуя быуатҡа. Саф көйөнсә ҡалһын күңелебеҙ Сағыу мәлдәребеҙ уңмаһын. Үтһә үтһен әйҙә ғүмеркәйҙәр Тик ваҡытың бушҡа уҙмаһын.