Килә һинҽ ҡайтараһы
Килә һинҽ ҡайтараһы Римма Баймырҙина Килә иркәм һиңә һыйынаһым Һалҡындарҙан ҡасып йылынаһым. Ауыр саҡта һиңә таянаһым Тән йылыңды тәнемдә тояһым. Ысҡындырмай ҡулыңдан ҡулымды Үтәр инем мин ғүмер юлымды. Күҙҙәреңдән алмай күҙҙәремде Һөйләр инем барлыҡ серҙәремде. Һинһеҙ нисек көнөм үтелгәнен Күҙ йәшенең күпме түгелгәнен. Һөйләр инем, кемдәр рәнйеткәнен Ауыр һүҙҙәр әйтеп кәмһеткәнен. Килә ҡосагыңда наҙланаһым Күңел булғансы үкһеп илайһым. Риза булыр инем барыһына Мөмкин булһа ҡайтарып яныма, Ысҡындырмай ҡулыңдан ҡулымды Үтәр инем мин ғүмер юлымды.