Ҡайтыр күперҙәр юҡ
Ҡайтыр күперҙәр юҡ Баймырҙина Римма Мәшәҡәтен ташлап был донъяның Юлдар тоттом тыуған яғыма. Сәләм биреп керҙем ҡәберлеккә Ғәзиз әреүхтәрем янына. Әтей, әней доға ҡылам һеҙгә Күҙ йәштәрем аға туҡтамай. Бер тауыш юҡ, тып - тын тирә яҡта Ҡоштар ғына һайрай туҡталмай. Кемдәр иртә киткән, кемдәр оло Барығыҙҙа хәҙер бер тигеҙ. Маңлайҙарға яҙған тәҡдирҙәрҙе Ваҡыт етмәй өҙмәҫ был нигеҙ. Ҡайтыр күперҙәр юҡ үткәндәргә Атҡарырға ҡалған эшеңде. Уйлар, уйҙар бында ишелгәндәр Тупраҡ күмгән әйтер һүҙеңде. Белмәйбеҙ шул иртәгәһен никтер Ғүмер менән үлем араһын. Бер күҙ асып йомған кеүек кенә Был донъяла йәшәү самаһы.