- Һуң һине кем тота мында, аяҡ ҡулыңа тышау һалдылармы ни, ана бара юлың дүрт яғың ҡибыла.
- Һуң һине кем тота мында, аяҡ ҡулыңа тышау һалдылармы ни, ана бара юлың дүрт яғың ҡибыла. - Мин китһәм дә бер үҙем сығып китмәйем Айсыуаҡтан башҡа, китһәк бергә. Утырып ҡал ана дүрт мөйөшөңә ҡарап убырлы ҡарсыҡ һымаҡ, тип екеренде. Әльфинә ни әйтергә белмәй бер аҙ өндәшмәй торҙо ла, ишек алдына сығып китте. Элианора өйҙә үҙе генә ҡалғас телефондан кемгәлер шалтыратып зарланды, уфтанды, илаулап та алды. Шулай бер туҡтауһыҙ әллә нисә кешегә шалтыратты. Онотолоп китеп диванда рәхәтләнеп һөйләшеп ятты, Әльфинәнең өйгә кергәнен дә ишетмәне. "Рустик ғәфү ит инде мине, яңғыштым бит пожалуста үтенеп һорайым, тыуасаҡ балабыҙ хаҡына. Мин бит һине шундай ярата инем, үҙең бит баш тарттың бала кәрәкмәй аборт эшләт тигәс ҡурҡышымдан ошо хәстрүш ауыл иренә бәйләндем. Нисек инде тәүге баланы төшөрәйем, ә аҙаҡ бала таба алмаһам. Юҡ ул әлегә беленмәй, ике айлыҡ ҡына. Нимә тип әйтер инең тиһеңме? Һуң способлар күп бит ете айҙан тыуҙы тиәр инем. Юҡ, юҡ һинеке әлбиттә башҡа бер кем дә булманы. Эй кит юҡты һөйләмә Игорь менән мин һаҡландым. Йә бәғерем ни эшләйбеҙ, тамуҡ утында яндырма инде, килеп алаһыңмы? Юҡ, никах та загс да юҡ, мында мине бер ниҙә тотмай, яратмайым мин уны. Ә әсәһе надзератель һәр нимәгә ҡыҫыла, аҡыл өйрәтә чистый туйҙым надоел булдым. На первое время беҙгә йәшәп торорға етәрлек аҡса ла бар. Бирә кәнешне бирмәй ҡайҙа барһын, үҙем беләм нисек ҡулға алырға икәнен. Уф ысынмы, бәғеркәйем көтәм һине, ярай әтеү иртәгә ауыл осона сығып торормын. Ул иҫәүен эшенән бушамай ул, теге надзератель күрмәгәндә сығып тайырмын, пока, пока чау целую". Ошо һөйләшеүҙе ишетеп торған Әльфинә нисек керҙе шулай кире әйләнеп китте лә ҡапҡа тышындағы скәмейкаға сығып утырҙы. Тәрән уйға батты, үәт мына ҡайҙа икән эш башы. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс кире керҙе бер ни булмғандай шым ғына үҙ эше менән булышты. Ә килене майланған ҡайышмы ни йүгереп йөрөй, юхаланып йомшаҡ ҡына һөйләшә әсәйҙән һалдырып. - Ҡана мамуль нимә эшләйем, бәрәңге әрсеймме, туҡмас йәйәйемме? - Һин үҙең маймул, минең исемем бар тип асыуланды Әльфинә. Ой, ой, ой мамуля ул әсәйем тигән һүҙ, яратып әйтеүем генә, юҡҡа үпкәләмә инде. -Ҡырҡылған туҡмас бар, лучще бәрәңге әрсе. - Оҙаҡламай мой любимчик Айсыуағым да ҡайтып етәр асығып. Телефонынан музыка ҡуйҙы ла бергә ҡушылып йырлай - йырлай бәрәңге әрсене. Саманан тыш иркәләнеп, йүгергеләп йөрөгән йәш кәләшен күреп Айсыуаҡтың йөҙө ҡояштай балҡыны. Яһалма ҡурсаҡ ғүмер булмағанды иртән иртүк тороп иренең битенән үбеп иркәләп уятты ла - Айсыуаҡ, матурым, йән киҫәгем мин ҡалаға ғына барып ҡайтайым әле үҙ йомошом менән, әҙерәк аҡса бирмәҫһеңме? Наҙлы төндән һуң Айсыуаҡ, әллә ниҙәр бирергә әҙер ине. Наконец то әсәйем менән уртаҡ тел таптылар тип һөйөндө үҙенсә. - Ал кәнешне күпме кәрәк ал, ана бит сервантта карточка ята пен кодты беләһең. Север яҡтарында эшләп фатир алырмын тип карточкаһына күсерә барҙы ул эш хаҡын. Һырпаланып бер алдына бер артына сығып ирен эшкә оҙатып ҡалды. Әльфинә улына ла, килененә лә бер ни белгертмәне. Йөрәге әрнеһә лә өндәшмәне, ярар киткәне хәйерле эш башы аҡсала түгел тип үҙен тынысландырҙы. Эстән генә яһалма ҡурсаҡҡа үҙенсә баһа бирҙе "тоҡомдары ваҡсыл, нәфселелер, күңел байлығының тамсыһы ла тойолмай, ихласлыҡтың семтеме лә юҡ хатта, тәртип - әҙәплекте һөйләп тораһы ла түгел, йоҡосо ялҡау, зато яһалмалыҡ йөҙөнә сыҡҡан. Килене тәгәрмәсле сумаҙанын һөйрәп сығып киткәндә ике күрше Шәмсинурҙың өйөндә тәҙерә аша ҡарап оҙатып ҡалдылар. Әльфинәнең һорғолт тоноҡ күҙҙәре осҡонланып, йонсоу йөҙөнә нур ҡунғандай, өй эсенә ҡот ингәндәй булды. - Уф ҡотолдоҡ был албаҫтынан, Аллаһыма шөкөр тип ике күрше көлөшә - көлөшә Әльфинәгә кире керҙеләр. Латарейға машина отҡандай һөйөнөшөп һөйләшә - һөйләшә әллә нисә тапҡыр самауырҙы яңырттылар. Иңдәренән ауыр таш төшкәнләй иркен тын алдылар. - Әйттем бит Әльфинә, ҡала ҡыҙынан фәтеүә булмай тиеп.Тыуасаҡ балаһының кемдән икәнен дә белмәй, Айсыуаҡҡа япмаҡсы булғайны ла бит хитрюга килеп сыҡманы.