Ә Элианора һылыуыбыҙ ауыл тормошона күнә алмай гел генә ҡаланы һөйләп Айсыуаҡтың ҡолаҡ ...
Ә Элианора һылыуыбыҙ ауыл тормошона күнә алмай гел генә ҡаланы һөйләп Айсыуаҡтың ҡолаҡ итен ашаны. Бына бөгөн дә Айсыуаҡ ҡайтып кереү менән төлкөләй юхаланып ҡосағына һыйынды. - Айсыуаҡ, йәнем, миңә аҡса кәрәк, ҡалаға барып ҡайтыр инем. Күрәһеңме тырнағым һынды, керфек үҫтерергә лә кәрәк, сәсте буятырға, тиеп мыйылданы. Айсыуаҡтың тамам асыуы ҡабарып: - Эшләп ҡарарға теләгең юҡмы? Һин бит театральный бөткән кеше, ана клубта завклуб урыны бушаны, Вәсилә декретҡа сыҡҡан. Әйҙә шул эште үҙ ҡулыңа ал әле. - Уф, йәнемде көйҙөрмә Айсыуаҡ, минең башҡаса түҙемлегем ҡалманы. Туйҙым мин тамам ғарыҡ булдым. Бер удобствия юҡ, һыуҙы ла һатып алғандай тамсыһына саҡлы әрәм итергә ярамай. Бәҙәрәф урамда, мин ҡол булырға һепертке кеүек һеперелергә килмәнем. Һин бит миңә ожмах обешать иттең, өрмәгән ергә утыртмам тинең. Һин көнө буйы эштә ә мин төрмәлә надзератель аҫтында утырған кеүек Берәү генә түгел ике надзератель. Ә әсәйеңдең күҙ ҡарашын күрһәң, тотоп ашар ине ҡулынан килһә. Ещеү етмәһә теге күршегеҙ Шәмхи, пәрей әбейе утҡа бензин һибеп сығып китә. Әсәйең ҡамыр баҫһа ниңә киленең баҫмай, ниңә туҡмас йәймәй. Аптыраттылар улар мине, эй юләр булғанмын да инде, һинең матур һүҙҙәреңә ышанып, тәбиғәт, саф һауа имеш. Чёртыма кәрәк булдымы һуң миңә был тормош, ожмах йәнәһе лә тамуҡ мында, натуральный тамуҡ. Иренә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй йәшәү шарттарына зарланды, юҡ-бар сәбәп табып, мыжыны ла мыжыны. Айсыуаҡ өндәшмәй сабыр ғына тыңланы. Ул да һис кенә лә ошолай булыр тип уйламағайны. - Элианора һин үҙең минең муйынға аҫылындың мин түгел, йәнем һөйәм һине генә, һинең менән ер ситенә китеп ҡыуышта йәшәргә лә ризамын, тик бергә генә булайыҡ тинең. Мин дә ышандым һинең тәмле һүҙҙәреңә. Түр башта аш - һыу әҙерләп йөрөгән Әльфинә ишетмәй ҡалманы әлбиттә уларҙың һүҙ көрәштергәндәрен, эй хоҙайым был яһалма ҡурсаҡ ниҙәр генә күрһәтер икән тип ара - тирә уфтанып йөрәге әрнене берсә улын йәлләп, берсә Йәмилә киленен йәлләп яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алды. Өҫтәл әҙер булғас киске табынға саҡырҙы йәштәрҙе - Әйҙәгеҙ балалар ашап алығыҙ Айсыуаҡ асыҡҡанһыңдыр балам, көн оҙоно буйы яланда йөрөп. Икенсе яҡта Элионора ирендәрен бүлтәйтеп үсекләгән кеүек Әльфинәнең һүҙҙәрен ҡабатланы. "Әйҙә балам әйҙә асыҡҡанһыңдыр". Айсыуаҡ ҡулын йыуып өҫтәл артына килеп утырҙы, ә Элианора телефон тотоп диванға һуҙылып ятты. Күпме табынға саҡырһалар ҙа сыҡманы. "Мин туҡ" тип кенә яуапланы. Айсыуаҡ йонсоп, арып ҡайтһа ла, оҙаҡ ҡына йоҡлап китә алманы, Элианораның үпкәләүе, әсәһе менән уртаҡ тел таба алмауы, ялҡаулығы, оҙаҡ йоҡларға яратыуы, көнө буйы көҙгө йә телефон ҡулынан төшмәүе, ошо сифаттарҙы күҙ алдына китереп Йәмиләһе менән сағыштырҙы. Ер менән күк араһы. Йәмилә ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ уңған ҡатын ине. Тәбиғи сибәрлеге үҙенеке, бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ юҡ. Әльфинә иртүк тороп аш һыу әҙерләне, өйгә ҡот йәм өҫтәп тәмле еҫ таралды. Айсыуаҡ тороп йыуынып өҫтәл артына утырҙы ә йәш килен йоҡоһонан уянырға уйламаны ла. - Эй балам, үҙ бәхетеңә үҙең аяҡ салдың, үҙ бәхетеңдән үҙең ҡолаҡ ҡаҡтың бит, матурлыҡ менән генә донъя көтөп булмай шул улым. Йәмилә килен гөл кеүек ине, урынына бер яһалма ҡурсаҡ алып ҡайтып утыртып ҡуйҙың, ҡулынан бер эш рәте килмәй, өйрәтергә тип тырышып ҡарайым да, бер ҙә теләге юҡ. Артабан нисек булып бөтәр бер Аллаһы Тәғәлә генә белә, берәй сараһын табып ҡайтарып ебәр һин уны, пока ни позно. - Ярар әсәй бик борсолма әле сабыр ит, йәш бит яйлап өйрәнеп китәр, тиҙ генә ҡапҡыланы ла, мин эшкә тиеп сығып та йүгерҙе. Ҡояш төшкә ауышҡас килен тигән кеше уянып сыҡты аш бүлмәһенә, арлы - бирле аяҡ өҫтө йөрөп ҡапҡыланы ла кире кереп китте. Әльфинә түҙмәне килене эргәһенә кереп: - Кит инде килен был ни ҡыланышың, бит ҡулыңды йыумай бисмиллаһыҙ нисек икмәккә тотонаһың, аш - һыу эргәһендә яулыҡ ябынмай сәс туҙҙырып йөрөүең, оят түгелме үҙеңә әҙ генә? Һин бит мосолман балаһы. - Уф, отстань от меня былай ҙа ни эшләргә белмәйем, скучно һеҙҙә дөм ҡараңғы донъя, нисек йәшәйһегеҙ һеҙ был ауылда, үләм новерно скоро.