Ике надзератель
Ике надзератель Баймырҙина Римма Ауыл өйө. Радиола талғын ғына йыр ишетелә. Йәш ғүмер бер уҙғас, ҡайтмай ул яңынан. Тик минең йәшлек никтер ҡайтыр кеүек. Йәшлектә һөйгән йәр "Һағындым килеп ал, Һине көтәм һаман," тип әйтер кеүек. Әльфинә ҡулындағы бәйләмен ситкәрәк этәреп ҡуйҙы, күңеле тулып күҙҙәре йәшләнде. "Эй хоҙайым үткән ғүмер, бер ишектән кереп икенсеһенән сыҡҡан һымаҡ ҡына тойолдо бит" тип һөйләнә - һөйләнә тәҙерә ҡаршыһына килеп баҫты. "Айсыуаҡты әйтәм ошо арала ҡайтып етермен тигәйне, юл төшмәйме икән, иҫән генә йөрөһөн инде баламды ғына" тип үҙ алдына һөйләнеп электр самауырын ҡабыҙып ебәрҙе. Бер-береһен яратышып ҡына өйләнешкән, татыу ғаиләне, кеше һүҙе ғәйбәт айырҙы. Айсыуаҡ Йәмиләгә өйләнеп бер ай тирәһе йәшәп өлгөрҙөләрме юҡмы, аҡса эшләйем тиеп, Север яҡтарына юлланды. Кәләшен, әсәһен һағынып тәүҙә ике айға бер ҡайтып йөрөнө. Телефондан сәғәт буйы һөйләшеүҙәр бер ваҡыт ҡапыл туҡталды. Көнләшеү тигән уй ир-егеттең күңеленә бер керһә, тиҙ генә ҡыуып сығарып булмай икән. Ниндәйҙер ышанмаусанлыҡ хисе күңелдең бер мөйөшөн ҡорт кеүек әкрен генә кимерә бирә. Ваҡыт үткән һайын, был ғәйбәттең ялған икәнлеге асыҡланһа ла Айсыуаҡ тыныслана алманы. Йәмилә үҙ - үҙенә бикләнеп оҙаҡ иланы, һуңнан тыуған йортона ата - әсәһенә ҡайтып китте. Киң күңелле йомшаҡ һүҙле Йәмилә, әсәһе кеүек яҡын күргән Әльфинәне онотманы әлбиттә, килгеләп кәрәк саҡта ярҙам итешеп йөрөнө. Бына хәҙер Айсыуаҡтың яңы кәләш алып ҡайтыуын Йәмилә нисек ҡабул итәр инде тиеп борсолдо әсә кеше. Самауырын өҫтәлгә утыртып мәтрүшкә сәйен әҙерләп, вәринйәһен ҡуйып инде генә утырыуы булды, шуны ғына көткәндәй ут күршеһе Шәмсинур тып итеп килеп тә керҙе. - Әльфинәкәйем иҫән генәһеңме, ауырып фәлән китмәнеңме ул, үҙең дә кермәйһең, урамда ла күренмәйһең, Айсыуаҡтан хәбәр бармы, Йәмилә килен менән килешмәнеләрме, тиеп тытылдап хәбәрен һөйләп тә ташланы. - Эй Шәмсинур һин әйтәһеңме мин әйтәйемме хәҙерге йәштәргә һүҙ әйтеп буламы ла өйрәтеп буламы һуң. Әле яңыраҡ ошо көндәрҙә ҡайтып етәбеҙ тиеп шалтыратты. Шәмсинур ғәжәпләнеп бот сабып: - Ааһа, аһа кем менән ул ҡайтып етәбеҙ тине? "Әсәй һөйөнсө мин һиңә килен алып ҡайтам Өфөнөң иң сибәр ҡыҙын"тине. Йәмиләбеҙ ҙә һыу һөлөгө кеүек ҡалаҡҡа ғына һалып йотарлыҡ, кеше һүҙен тыңлап ҡапыл ғына аралары һыуынды ла ҡуйҙы. Кит эстәғәфирулла тәүбә ҡала ҡыҙынан фәтеүә булмаҫ ул тип күршеһенең йөрәгенә Шәмсинур шом һалды. Шулай секерҙәшеп утырып, ауыл яңылыҡтарын энәһенән ебенә саҡлы ентекләп, түкмәй - сәсмәй һөйләп бөтөргәс, Шәмсинур бик ҡәнәғәт ҡиәфәт менән ҡайтыу яғына ыңғайланы. Өҫтәл йыйыштырып йөрөгән арала кеҫә телефоны шалтыраны, Әльфинә ҡалтыранған ҡулдары менән телефон төймәһенә баҫты ла: "Ало, ало тыңлайым кем ул, тип өндәшеүгә, теге яҡтан улының тауышын ишетеп йылмайып уҡ ебәрҙе. "Нимә тиһең, әү ҡысҡырыбыраҡ әйт, әәә ҡайтып киләбеҙ тиһеңме, ай әттәгенәһе икән, ниңә уны алданыраҡ әйтмәнең аш һалыр инем". Бер сәғәт ярым тирәһе үтеүгә аҡтырнаҡтың өргән тауышына урамға күҙ һалды. Ҡапҡа төбөнә ят машина килеп туҡтаған икән, Әльфинә ҡулын алъяпҡысына һөртә - һөртә ишеккә ыңғайланы. Ишек асылыуға Айсыуаҡ әсәһен ҡосаҡлап өйөрөлтөп битенән суп иттереп үбеп алды ла: - Әсәй бына таныш бул, минең буласаҡ кәләшем ә һинең киленең Элионорам була. Үтә сағыу итеп биҙәнгән ҡып - ҡыҫҡаҡ итәктән, ярты түше асыҡ, осло күтәрмәле түфли кейгән ҡыҙҙы күреп таш һындай ҡатып телһеҙ ҡалды. Һынамсыл ҡараш менән көтөлмәгән ҡунаҡты текләп ҡарап, баштан-аяҡ үткәрҙе лә: - Әйҙәгеҙ үтегеҙ аш та һалдым хәҙер әҙер була, тип самауырын яңыртты. Көн артынан көндәр үтә торҙо, Айсыуаҡ йыраҡ север яҡтарында эшләп ҡайтҡандан һуң ауылды хуш күреп, яңғыҙ әсәһен йәлләп тыуған ауылында төпләнергә булды. Колхозға ограном булып эшкә сыҡты. Көнө буйы яланда эңер төшкәс кенә ҡайтып керә өйөнә. Ә өйҙә ни булғанын кәләшенән генә ишетә. Әсәһенә лә бик ҡаты бәреләһе килмәй, кәләшен дә ҡыйырһытаһы килмәй ике ут араһында янып, башы ҡатып йөрөй бирҙе.