Йәтимлек
Йәтимлек Баймырҙина Римма Бәхетлеме бала, сабый саҡтан Йәтимлеккә дусар ителгәс. Ниндәй бәхет көтһөн, ул баланы Тыуғас та уҡ, күңел кителгәс. Әсәһенең күкрәк һөтө тәмен Тыуғас та уҡ татый алмаған. Кем һуң уны ҡосағына алып "Бәләкәсем" тиеп наҙлаған. Ятҡанда уҡ әсә ҡарынында Кеше яҙмыштары яҙыла. Тәҡдир тигәндәре шулдыр инде Маңлайыңа алдан һыҙыла. Тоя сабый әсә ҡарынында Ғәзизенең йөрәк тибешен. Йәшәү көсөн ала, татыр өсөн Семтем генә бәхет өлөшөн. Йәтимдәрҙе көтә әсе яҙмыш Үтә ғүмер, үтә нисек тә. Бәғзе берәүҙәрҙе көтә бәхет Бәүелергә алтын бишектә. Бәхетте бит һорап алып булмай Бурысҡа ла хатта бирелмәй. Ниңә һаран тормош талаптары Ниңә бәхет тигеҙ бүленмәй. Шул һорауға яуап таба алмай Ғүмер буйы йөрәк һулҡылдай. Өнһөҙ генә күңел һыҡрап ҡуя Өҙөлөргә торған моң ҡылдай.