Ҡиблабыҙға тоғро ҡалайыҡ
Ҡиблабыҙға тоғро ҡалайыҡ Баймырҙина Римма Һәр кемдең дә булһын ҡиблаһы Иман менән тыуһын балаһы. Ҡиблабыҙға тоғро ҡалайыҡ Изгелектәр бары ҡылайыҡ. "Бисмиллаһ" тип көндө башлайыҡ Яман ҡылыҡтарҙы ташлайыҡ. Өмөт менән алға барайыҡ "Шөкөр" тиеп артҡа бағайыҡ. Раббым тыйғандарҙан тыйылып Изге урындарға йыйылып, Өҫкә ҡарап доға әйтәйек Аҫҡа ҡарап тәүбә итәйек. Иман менән тәүфиҡ йәнәшә Юлдарында бәхет өләшә. Бәхет түгел алтын тәхеттә Дөрөҫ йәшәү үҙе бәхеттә. Балларымды һаҡла яңғыштан Ҡәһәрләмә әсе яҙмыштан. Еңеллектәр бирсе Хоҙайым Үтенептәр һинән һорайым. Бер ҡарындан тыуған балалар Туғанлыҡты һаҡлай алһалар. Тыныс ҡына торор донъялар Һис тә туҙмаҫ ҡорған оялар. Туғандарҙы туған итһендәр Аҙғындарҙы урап үтһендәр. Рәнйетмәһен бала әсәһен Күрмәҫ һис тә донъя әсеһен. Балларыма бирсе мәрхәмәт Тормошона күркәм бәрәкәт. Осрамаһын юлда һәләкәт Йөрәгемә һалма йәрәхәт. Ололарҙы хөрмәт итһендәр Хаталарын ғәфү итһендәр. Ярҙам итһен изге доғалар Фәтихәбеҙ алһын балалар. Иман шарттарына таянып Ҡиблаларға ҡарап табынып, Әжер һауаптарын алырға Кәрәк беҙгә доға ҡылырға. Һәр кемдең дә булһын ҡиблаһы Һәр мосолман булһын доғалы. Ҡиблабыҙға тоғро булайыҡ Ғүмер юлын матур уҙайыҡ.